16.09.2019 Швеция башҡорто хоккейҙан китте
«Салауат Юлаев» командаһының элекке хоккейсыһы, Швеция легионеры Андреас Энгквист Яратҡан шөғөлөн ҡалдырырға булды.
31 йәшлек һөжүмсе һуңғы ике миҙгелен үҙ илендә урындағы «Юргорден» командаһында уҙғара. КХЛ-да ул «Атлант», ЦСКА һәм юлаевсылар составында уйнай. Бөтәһе 230 осрашыу уҙғарып, 140 (61+ 80) тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Өфөләр составында 2016 йылда чемпионаттың бронза миҙалы призеры була.