«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡурсаҡ бәйләү оҫтаһы Лена



16.09.2019 Ҡурсаҡ бәйләү оҫтаһы Лена








Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе Лена Йәһүҙинаның ҡурсаҡтары күҙҙең яуын ала.


"Ырғаҡ менән бер аҙ бәйләй белә инем. Үҙем ҡаты итеп бәйләйем, ырғаҡ өсөн был яҡшы икән. Бәләкәс ҡыҙым ҡурсаҡ уйнарға ярата. Ҡытай Барбиһына аллергияһы башланғас, уға үҙем уйынсыҡ бәйләп бирергә булдым. Төрлө тәтәй яһай торғас, тәжрибә менән оҫталыҡ та килде. Тиҙҙән таныштар һорай башланы, шулай итеп ҡурсаҡтарҙы заказға бәйләй башланым", - тип һөйләй Лена.


Бер ҡурсаҡты, уның кейемен һәм аксессуарҙарын бәйләүгә 4-5 көн ваҡыт китә, ти оҫтабикә. Тере ҡыҙсыҡтармы ни - һәр береһенең үҙ образы, характеры бар. Үҙҙәре йөндән, ә эсе - холлофайбер. "Был шөғөл миңә бик ныҡ оҡшай. Күрәһең, үҙем ҡурсаҡ уйнап туймағанмын", - тип шаярта иҫ китмәле матур ҡурсаҡтар тыуҙырыусы.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға