«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөттө нимә менән эскәндә файҙалыраҡ?



16.09.2019 Һөттө нимә менән эскәндә файҙалыраҡ?

Һөт - шифалы эсемлек.

Ә уны тағы ла файҙалыраҡ итеү ысулдарын беләһегеҙме? Мәҫәлән, бер стакан һөткә ярты ҡалаҡ кардамон ҡушып эсһәң мейе эшмәкәрлеге яҡшыра. Шафранлы һөт йәшлекте оҙайта, тын юлдары ауырыуҙарын дауалай. Зәғфрән ҡушылғаны - бауыр, мөшкәт сәтләүеге менән иһә баш ауырыуҙарына шифалы. Һуңғыһы шулай уҡ йоҡоһоҙлоҡтан яфаланыусыларға ла ярҙам итер. Сама менән һөткә дәрсен дә ҡушып эсергә була: ашҡаҙан һәм эсәк эшмәкәрлеген яйлай, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолдорор.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: https://pixabay.com/ru/


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға