16.09.2019 Донъя көткәндә кәрәге тейеүе ихтимал
Әгәр һеҙ сәсегеҙҙе өйҙә буярға яратһағыҙ, алабарманланып эргә-тирәгеҙгә лә буяу сәсрәтһәгеҙ, уны ацетон ярҙамында бөтөрөп була.
Ҡулығыҙ йәки башҡа ерегеҙ йәрәхәтләнеп, ҡан кейемегеҙҙе бысратһа, уны тәүҙә һалҡын һыуҙа ебетегеҙ ҙә , ҡанлы тапҡа водород перекисы ҡойоғоҙ.Бер аҙ мамыҡ дискы менән ышҡығандан һуң, кер порошогы һалып йыуығыҙ.
Күн әйберҙәр ҙә ваҡыт үтеү менән таплана.Таптарҙан ҡотолоу өсөн сәс лагын өҫтөнә һиптерегеҙ ҙә, 5 минут үткәс, ҡоро сепрәк менән ышҡығыҙ.
Әгәр тональ крем йәки помада кейемгә яғылһа, тиҙ генә бөтөрөрмөн тимә.Улар яңы ғына йоҡҡан булһа, ир-аттың һаҡал-мыйыҡ ҡырғанда ҡулланған күбеген (пена для бритья) тиҙ генә һөртөп ышҡығыҙ ҙа, һалҡын һыуҙа йыуып элегеҙ.