«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ӨЙ КЕТЧУБЫ



16.09.2019 ӨЙ КЕТЧУБЫ

Әле күпселек ҡатын-ҡыҙ ең һыҙғанып баҡсаһынан алған уңышын эшкәртеү менән мәшғүл.Уларға тәмле генә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
2 кг помидор, ярты кило болгар боросо, ярты кило башлы һуған, 1 стакан шәкәр, 200 мл үҫемлек майы (зәйтүндеке булһа, бигерәк тә һәйбәт), 1 ҡалаҡ төйөлгән ҡара борос, 1 ҡалаҡ
горчица порошогы, тәменсә тоҙ кәрәк.
Йәшелсәләрҙе ит үткәргес йәки блендер ярҙамында ваҡлап, ҡалған ингредиенттарҙы өҫтәгәндән һуң , һүлпән утта болғата-болғата 2 сәғәт ҡайнатырға .Әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябырға ла
ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуйырға.





Автор: Әлфиә ХЫЗЫРОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға