«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Собчак никахлашҡан ҡорамды ватырҙармы?



16.09.2019 Собчак никахлашҡан ҡорамды ватырҙармы?

“Ҡасандыр Никита ҡапҡаһы янындағы “Большое Вознесение” ҡорамында Александр Пушкин үҙенең һөйгәне менән никахлашҡан булған. Тик 13 сентябрь Ксения Собчак менән Константин Богомоловтың никахлашыуы барлыҡ матур хәтирәләрҙе юҡҡа сығарҙы.
2003 йылда Түбәнге Новгородта ике гей никахлашҡан сиркәү юҡҡа сығарылды. Йәл, матур ҡорам ине. “Большое Вознесение” менән дә шул уҡ хәл булмаҫмы?" – тип яҙа протодиакон Андрей Кураев үҙенең Фейсбуктағы сәхифәһендә.

Уның әйтеүенсә, Бөтә Русь һәм Мәскәү патриархы Кирилл был “спектакль” хаҡында хәбәрҙар булған. Сөнки патриархтың сәркәтибе протопресвитер Владимир Диваков “Большое Вознесение” ҡорамының башлығы.


Собчактың Богомоловҡа туй бүләге итеп эротик бейеү әҙерләүе, сисенә башлау менән кейәүҙең ата-әсәһе туй банкетын ташлап сығып китеүе хаҡында яҙған инек.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға