«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Екатерина Гамова тәү тапҡыр әсәй булған!



16.09.2019 Екатерина Гамова тәү тапҡыр әсәй булған!

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, волейболсы Екатерина Гамова ике тапҡыр донъя чемпионатында – 2006 һәм 2010 йылдарҙа алтын яуланы. Рәсәй йыйылма командаһы өсөн 15 йыл тирәһе уйнаны, һәр саҡ иң яҡшы уйынсыларҙың береһе булып иҫәпләнде. Ә 2010 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы спортсыһы тигән исемгә лайыҡ булды. Волейбол һөйөүселәрҙең яратҡан Катяһы карьераһына, һаулығы арҡаһында, 2016 йылда нөктә ҡуйғайны.


Волейболсыға 38 йәш. Ул 2012 йылда Михаил Мукасейға кейәүгә сыҡҡайны. Кисә Екатерина тәүге балаһын – ул тапҡан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға