«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли проект арҡаһында хеҙмәт етештереүсәнлеге ике тапҡыр артҡан



17.09.2019 Милли проект арҡаһында хеҙмәт етештереүсәнлеге ике тапҡыр артҡан

Нефтекаманың "Искож" предприятиеһы РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған милли проектта ҡатнашып, хеҙмәт етештереүсәнлеген ике тапҡырға арттырған.

Бында ҡотҡарыу һалдарын эшләү буйынса пилот ағымында һаҡсыл производство механизмдарын индереп, процесс ваҡытын 63,1 процентҡа, эшләнеп бөтмәгән производство күләмен 42,4 процентҡа кәмеүгә өлгәшкәндәр. Бер юлы хеҙмәт етештереүсәнлеге икегә артҡан.

Предприятиела "супермаркет" механизмын ҡулланып һуҙыу ағымы ойошторолған. Ярымфабрикаттарҙы һаҡлау ҙа икенсе төрлө башҡарыла.

Әйткәндәй Нефтекаманың "Искож"ы хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу проектына ул Башҡортостанда пилот хәлендә булған мәлендә ҡушылған. Әле ул илдең 13 прелприятиеһы менән бер рәттән Рәсәй экспорт үҙәгенең "Экспорт акселераторы" программаһында бушлай ҡатнашыу хоҡуғын алған. Алынған белемдәр "Изскож"ға быйыл ситкә оҙатыуҙы ике мәртәбә арттырыуға мөмкинлек биргән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға