«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Раян менән Даян - бәләкәй вундеркиндтар



16.09.2019 Раян менән Даян - бәләкәй вундеркиндтар

"Беҙҙең төркөмдөң беренсе ҡунаҡтары Ейәнсура районының Үрген ауылынан Раян һәм Даян Аҙнабаевтар. Уларға 4-әр йәш. Башҡорт, рус, инглиз телдәрендә уҡый, яҙа беләләр.


Ата-әсә улдарының хәреф таный башлауына үҙҙәре аптыраған: оло ҡыҙҙары шиғыр ятлағанда, арттан ипләп кенә килеп, китапты уҡый башламаһындармы?! Бер миллионға тиклем һанай беләләр.

“Уҡырға һәм яҙырға компьютер аша үҙебеҙ өйрәндек”, - тип яуаплаған улар. Әле малайҙар ҡытай телен өйрәнә башлаған. Тик "р" хәрефен әйтә алмайҙар. Раян менән Даяндың уңыштарын беҙҙең төркөмдә күҙәтеп барығыҙ", - тип яҙалар "Бәйләнештә"ге "Башҡорт вундеркиндтары" төркөмөндә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға