16.09.2019 Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында нимә булған?
“Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылы халҡы менән һәр ваҡыт ғорурланам, бар эшкә лә дәррәү тотоналар. Ошо көндәрҙә зыярат кәртәһен яңырттылар, Башҡортостанда иң боронғоларҙың береһе — 150 йыллыҡ мәсеттең тупһаһын уңайлы итеп эшләп ҡуйҙылар.
Афарин, ҡаҙыршалар! Алдағы эшегеҙҙә лә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем”, — тип яҙа “Бәйләнештә” селтәрендә Асия апай Ҡадаева.