16.09.2019 Дүрт көнлөк эш аҙнаһының тиҙҙән ысынбарлыҡҡа әйләнеүе бар
Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы ошо арала дүрт көнлөк эш аҙнаһын эсперимент рәүешендә индереү буйынса кәңәшмә үткәрергә йыйына.
Әйтеүҙәренсә, был яңылыҡ иң тәүҙә эшкәртеүсе тармаҡта, ауыл хужалығында, ғилми өлкәлә һәм төҙөлөштә эшләүселәргә ҡағыласаҡ.
Үҙ сиратында, РФ -ның иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Пётр Засельский аңлатыуынса, эксперимент хеҙмәткәрҙәрҙең эш көнөн мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк итеү маҡсатында үткәрелә, әлегә ҡыҫҡа эш аҙнаһына күсеүҙең аныҡ ҡынакритерийҙары юҡ.Уларҙы булдырыу өсөн тулы статистика кәрәк.
Белеүебеҙсә, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ҡыҫҡа эш аҙнаһының Европаның күп илендә күптән уңышлы индерелеүен билдәләп, уға ыңғай ҡарауы тураһында белдергәйне.
Рәсәй халҡы илебеҙҙә барған бөтмәҫ реформаларға, үҙгәрештәргә өйрәнеп бөткән.Сираттағыһын да шым ғына "йотоп "ебәрер, моғайын.Тик ҡыҫҡа эш аҙнаһында эш хаҡы нисек түләнәсәк--был хаҡта әлегә берәү ҙә өндәшмәй.