«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә күпләп шаурма кибеттәре ябыла



16.09.2019 Өфөлә күпләп шаурма кибеттәре ябыла

Эшҡыуарҙар бер-бер артлы шаурма етештереү нөктәләрен яба башланы. Баҡһаң, Өфөләге барлыҡ киосктарҙың яртыһын тиерлек ябып бөткәндәр. Был хаҡта Йәмғиәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан шаурма кибетенән ризыҡ һатып алыусы 15 кеше киҫкен гастроэнтерит диагнозы менән дауаханаға оҙатылғайны. Зыян күреүселәр араһында ауырлы ҡатын һәм биш бала бар.

Сифатһыҙ аҙыҡ әҙерләүсе ашнаҡсы ҡулға алынған. Был сауҙа нөктәһенең бер документы ла булмай сыҡҡан.

“Проблема һатыусыларҙа ғына тип уйларға ярамай. Рөхсәт биргән органдар уңға-һулға рөхсәт тараталар бит. Тейешле итеп контроль үткәрмәйҙәр. Бөтә ерҙә шулай бит. Ә быларҙың инде ите-помидоры-кәбеҫтәһе нығыраҡ иҫкергәндер, күрәһең”.

“Был хәл бик сәйер бит ул. Конкуренттары юрый ойошторған шикелле. Видеоһын ҡараһаң, балаларым ағыуланды, тип, Б. тигән бер кеше һөйләп тора. Уның үҙенең шундай бизнесы бар, тиҙәр” – тип яҙҙы “Йәшлек”тең Инстаграмдағы битенә яҙылыусылар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға