«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың хушбуйы ла бар!



16.09.2019 Башҡортостандың хушбуйы ла бар!

"Башҡортостан парфюмерҙары республиканың 100 йыллығы уңайынан хушбуй сығарған. Ниһайәт, үҙебеҙҙә үҫкән үләндәр, ҡурай сәскәһе, бал, йүкә еҫтәре бергә ҡушылған хушбуй буласаҡ, тип яҙа "Башҡортостан".


Ул туғыҙ ай дауамында эшләнгән, 20 экземплярҙың берәүһе һайлап алынған. Уйлап табыусы үҙенсәлекле еҫте генә түгел, ә матур флакон да уйлап сығарған.

Киләсәктә хушбуй 15 мл күләмендә сығарыласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостанға ҡунаҡҡа килгән туристар хәҙер үҙҙәре менән башҡорт балын ғына түгел, ә Башҡортостан еҫен дә алып китәсәк. Тимәк, был хушбуй беҙҙең визит карточкаһына әүереләсәк. Шулай булһын", - тип яҙа Күгәрсен районының "Мораҙым" гәзите. moradim.rbsmi.ru





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға