«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республика халҡы нарколог, психолог һәм психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итә ала



16.09.2019 Республика халҡы нарколог, психолог һәм психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итә ала

17–18 сентябрҙә билдәле табиптарҙан башҡорт һәм рус телдәрендә түләүһеҙ консультация алырға мөмкин.
“Айыҡ ауыл–2019” республика конкурсы барышында «ҡыҙыу линия» эшләйәсәк. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары ойоштора.

17–18 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем (11.00-20.00) 8-900-347-5000 телефоны аша шылтыратып, айыҡ йәшәү рәүеше, эскеселек, наркомания, эскеселектән дауаланыуға бәйле һорау бирергә мөмкин. Белгестәр аныҡ ҡала йә районда ҡайҙа профессиональ ярҙам алырға мөмкинлеген, дәүләт медицина үҙәктәренең бушлай йә шәхси дауаханалар түләүле нигеҙҙә ниндәй хеҙмәттәр күрһәткәнен аңлатып бирәсәк. Табиптарға рус һәм башҡорт телдәрендә мөрәжәғәт итергә була.

17 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем һорауҙарға яуап бирә:
— юғары категориялы табиб-нарколог,
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2-се Республика наркология диспансерының баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Айҙар Ғафар улы Рәхмәтуллин;
— БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәге психологы, медиатор Ғәлиә Сәлихова;
—Гүзәл Рим ҡыҙы Байбулатова, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Республика клиник психотерапия үҙәге консультатив- диагностика бүлеге психиатр-табибы

17 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-нән көндөҙгө 3-кә тиклем медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Наркологтары ассоциацияһы президенты Владимир Юлдашев консультация бирә.
18 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем (11.00 - 20.00 сәғәттә) Айҙар Ғафар улы Рәхмәтуллин, Ғәлиә Әхәт ҡыҙы Сәлихова, табип-психотерапевт, табип-психиатр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Республика клиник психотерапия үҙәгенең 1-се көндөҙгө стационар мөдире Илгиз Радик улы Байков һорауҙарға яуап бирәсәк.





Автор: Ә. ХЫЗЫРОВА әҙерләне.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға