«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Подъездар һәм ихаталар бер юлы ремонтланырмы?



16.09.2019 Подъездар һәм ихаталар бер юлы ремонтланырмы?

БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә ихаталарҙы ремонтлау менән бергә подъездарҙы ла ремонтларға тигән тәҡдим яңғыраны. "Төбәк операторы" коммерция булмаған ойошма фонды мәғлүмәте буйынса, быйыл 1374 күп ҡатлы йортта 4 мең подъезд ремонтлау ҡаралған. Улар Өфөлә - 1288, ҡалаларҙа - 1218 һәм райондарҙа - 1494. 1602 подъезда ремонт тамамларған, 1708-ҙендә дауам итә, 960-нда эштәр башланмаған.

НОФ гендиректоры НОФ Павел Сафронов белдереүенсә коридорлы, "сталинка" өйҙәрҙә, ике ҡатлы, үтә иҫке йорттарҙағы кеүек стандарт түгел подъездарҙа подрядсылар эшендә ҡатмарлыҡтар бар. Уларҙа эш күләме күп булғас, сығымдарҙың сикләнгән дәүмәле арта. Шуға күрә лә Финанс министрлығы бындай типтағы объекттарҙа сығымдарҙы арттырыу тәҡдимен хуплаған. Артабан Павел Сафронов "Проектты БР Хөкүмәтенә ебәрәбеҙ, хуплауығыҙҙы һорайбыҙ", - тип Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте.

Киләһе йылға муниципалитеттар 4360 подъезға ғариза биргән. 1,312 млрд һум аҡса бүленгән, быға 4 мең подъезд ремонтларға мөмкин."Төбәк операторы" гендиректоры хакимиәт башлыҡтарын ғаризаларҙы төҙәтергә һәм уларға авария алды йорттарын, үтә иҫкеләрҙе, ҡыйығынан һыу үткәндәрҙе һәм эске инженер системаларын һәм лифтарҙы алмаштырыу талап иткәндәрҙе алырға һораны. Бер юлы стандарт түгел подъездарҙы алдан асыҡларға кәрәк. Подъездарҙы ремонтлаған мәлдә ихаталарҙы икенсе программалар буйынса бер юлы ремонтлау ҙа отошлораҡ булыр тип белдерҙе.

Радий Хәбиров был тәҡдимгә риза булды һәм төҙөкләндереү программалары 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм бар яуаплы кешеләргә оҙайлы һәм планлаштырылға эшкә әҙер булырға саҡырҙы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға