«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Анемияны нисек дауаларға?



16.09.2019 Анемияны нисек дауаларға?

Анемия, икенсе төрлө уны “аҙ ҡанлылыҡ” тип йөрөтәбеҙ. Ҡанда гемоглобиндың һәм эритроциттарҙың кәмеүенән барлыҡҡа килә.

Уның сәбәбе күп ҡан юғалтыуға, организмға В9, В12 витаминдары, тимер етмәүгә бәйле булыуы мөмкин. Ошонан сығып, был ауырыу күрем ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарҙа, ҡаты диетала ултырыусыларҙа һәм рак, геморрой, ашҡаҙан сей яраһы кеүек хроник сирҙәр менән сирләүселәрҙә йышыраҡ күҙәтелә, тип әйтергә мөмкин.


Ауырыуҙың төп билдәләре – хәлһеҙлек, баш әйләнеү, физик көсөргәнештән тын ҡыҫылыу, тахикардия, тиренең аҡлығы. Дауалауҙың асылы – организмға етмәгән матдәләрҙе өҫтәмә рәүештә ҡулланыу. Шулай уҡ халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән ысулдарға мөрәжәғәт итергә мөмкин.


Мәҫәлән:
Бер үк күләмдә торма, сөгөлдөр, кишер һәм мүк еләге һуты алырға, берәр өлөш бал менән коньяк өҫтәргә. Ай ярым көнөнә өс тапҡыр өсәр ҡалаҡ эсергә. Гемоглобинығыҙ күтәрелер. Анемиянан һаҡланыу өсөн йылына ике тапҡыр был ҡатнашманы берәр литр эсеү ҙә етә. Уны һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.






Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға