«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Емеш ағастарын һәм ҡыуаҡтарын нисек ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә?



16.09.2019 Емеш ағастарын һәм ҡыуаҡтарын нисек ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә?

Емеш ағастарын һәм ҡыуаҡтарын нисек ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә?Был осорҙа уларға калийлы ашлама кәрәк. Ә бына азотлылары – зарарлы, сөнки улар йәш ботаҡтар һәм япраҡтар өсөн мөһим.

Ә көҙөн ул кәрәкмәй. Йәшел йәш ботаҡтар азотлы ашламанан һуң дымға байый, әҙ генә һалҡындар башланыуға туңа. Бындай үҫемлек ҡышты иҫән сыға алмай йәки зарар күрә.

Калийлы ашламалар араһында иң билдәлеләре – калий сульфаты, калий хлориды,калимагнезия, калимаг һәм калий монофосфаты. Калийлы селитра составында шулай уҡ калий бар, әммә ул әле азотлы ашлама ла. Шуңа ла уны йәй көнө генә ҡулланалар.

Йәй аҙағында тупраҡҡа фосфорлы ашлама индереү ҙә уңышлы. Фосфор ҡушылмаһы тамыр системаһын үҫтерә. Тик бөтә фосфат та һыуҙа насар ирей. Шуға ла был эште көҙгә ҡалдырығыҙ. Ямғыр һыуы менән ашлама гранулалары тулыһынса ирейәсәк һәм ағас-ҡыуаҡтар туҡлыҡлы матдәне үҙенә аласаҡ.

Фосфор-калийлы ашлама ла файҙалы. Уныһы инде ғәҙәти ағас көлө. Йәйгеһен уны һыуҙа иретеп һипһәләр, йәй аҙағы – көҙ башында 1 квадрат метрға 1 ус иҫәбенән тупраҡҡа һибергә була.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға