15.09.2019 Алжирҙа борсаҡ яуған тәк яуған!
Испанияға ауҙарылған ҡеүәтле штормдың бер өлөшө Алжирҙың төньяғына тиклем барып еткән.
Тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығындағы борсаҡ яуып, өйҙәргә, машиналарға ҙур зыян килтергән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ошо көндәрҙә Испанияның көньяҡ-көнсығышы һыуға батҡайны. Ташҡын алты кешенең ғүмерен өҙгән. Валенсия, Мурсия һәм Андалусиянан дүрт меңдән ашыу кеше эвакуацияланған. Унда тиҫтәләрсә юлдар юҡҡа сыҡҡан, тимер юлы бәйләнеше өҙөлгән.