15.09.2019 Nirvana, Beatles һәм Виктор Цойҙың йырҙары Рәсәй мәктәп нормативына инде
Документта шулай уҡ Андрей Тарковский кинокартиналары һәм "Дисней" йәнһүрәттәре лә бар.
1 сентябрҙән илдең мәктәптәрендә "Уҡыусының мәҙәниәт нормативы" программаһы ғәмәлгә инде. Ул ирек буйынса үтәлә һәм балаларҙың мәҙәни мираҫ менән танышыу өсөн музей, күргәҙмә, филармония, театрҙарға барыуҙы, төрлө сараларға йөрөүҙе, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота. Аҙаҡтан уҡыусылар уй-кисерештәрен махсус ҡағыҙ йәки электрон көндәлектә яҙасаҡ.
Уҡыусының мәҙәниәт нормативында "Һүрәт төшөрөү сәнғәте", "Музыка", "Әҙәбиәт", "Архитектура", "Кинематограф", "Театр" бүлектәре бар.
"Музыка" бүлегендә Британия төркөмө "The Beatles"тың "All You Need is Love", Виктор Цойҙың "Мы хотим перемен!", Америка рок төркөмө "Nirvana"ның "Smells Like Teen Spirit", швед "ABBA"һының "Dancing Queen", "Pink Floyd"тың "Money" йырҙары бар.
"Кинематограф"та Андрей Тарковскийҙың фильмдары, Стивен Спилбергтың "Инопланетянин" картинаһы, "Король Лев" (1994 йылғы), "101 далматинец" (1961), "Бемби" (1942), "Белоснежка и семь гномов" (1937) йәнһүрәттәре бирелгән.