«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөү тураһында



15.09.2019 Һөйөү тураһында

Бала саҡта инәйемдең ҡайҙалыр киткәнен яратмай торғайным.

Уның өйҙә юҡлығы уянғас та тойола. Нисектер өй шыҡһыҙға әйләнә лә ҡуя. Инәй өйҙә булмаһа ла, башҡа бөтә нәмә шул килеш ҡала бит инде: һалҡын көндәрҙә мейестә шытырлап утын яна, ҡараңғы мәлдәрҙә һәр бүлмәлә уттар ҡабыҙыла, телевизор ҙа эшләп тора, тәҙрәләрҙә - матур пәрҙәләр, ҡорғандар, иҙәндә - аллы-гөллө балаҫтар, тамағыбыҙ туҡ... Ә ниңә барыбер һыуыҡ һуң?! Өйҙөң йәме ҡайҙа була? Үҙеңә - урын, күңелеңә толҡа тапмай, етем бәрәс кеүек тегендә-бында ҡағылып-һуғылып тик йөрөгән һымаҡһың. Ике күҙең йә ишектә, йә тәҙрәлә, ҡолаҡтарың локатор кеүек инәйҙең аяҡ тауышын ишетергә "көйләнә".

Һәм, ниһайәт, ул ҡайтып инә. Йыш ҡына асыулы килеш, сөнки ул юҡта беҙ хилафлыҡтар ҡылырға ла өлгөрәбеҙ һәм быны инәйем соландан уҡ аңғара. Ә шулай ҙа, бер нимәгә ҡарамаҫтан, өй эсе нурға күмелә! Инәй менән өйҙөң һәр мөйөшөнә ҡот тула. Мейес гөрләберәк янырға тотона, лампочкалар сағыуыраҡ баҙлай, пәрҙә-ҡорғандарға яҡты төҫ ҡуна, аш-һыу тәмлерәккә әйләнә.

Ул булмағанда өҫтөңә ҡат-ҡат кейгән кейемдәреңде сисеп бәргәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Инәй менән бергә, хатта өй йәһәт кенә йылына!

Шул мөғжизә түгелме? Ғәжәп бит! Әлегәсә шулай: инәйем өйҙә саҡта, йортобоҙ яҡты, нурлы, йылы - ҡотло!

Ә атай өйҙә булмағанда ихата эсе етемһерәп ҡала һәм арҡам өшөй торғайны. Ҡапҡа эсендә атайҙы көтөп йөрөгәндә ваҡыттың үтмәүе! Утынлыҡҡа инеп, атайҙың эш ҡоралдары араһында соҡонам. Унда сөйҙә элеүле торған бысҡы менән балта, хужа өйҙә булмағас, әйтерһең дә, бер сәғәттә тупаҫлана. Мин бер туҡтауһыҙ уларҙың үткерлеген бармағым менән тикшереп ҡарайым... "Юҡ, шул килештәр", - тип үҙемде тынысландырам да, урамға сығып атайҙы көтәм. Күренһә - ҡыуанысымдың сиге юҡ!

...Атайым мәңгелеккә киткәс, аты иланы. Мин аяҡһыҙ ҡалдым. Аҙаҡ көс-хәлгә атлап киттем ул мин. Арҡам ғына шунан бирле өшөүҙән туҡтамай.

Шул һөйөү түгелме?





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға