15.09.2019 "Аманат" журналы иң яҡшыһы тип танылды!
"Волшебное слово" Бөтә Рәсәй балалар матбуғаты фестивалендә "Аманат" журналы милли телдәге иң яҡшы балалар баҫмаһы исемен яуланы.
Коллегаларҙы ҡотлайбыҙ!
Сарала илебеҙ һәм белорус гәзит-журналдары ҡатнашҡан. Уларҙың һаны былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк булып, 130-ҙан артҡан. Фестиваль мәлендә балалар матбуғаты күргәҙмәһе, нәшер итеүселәр өсөн "түңәрәк өҫтәлдәр", оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән.