«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телефонды бер кемгә лә тоттормауың хәйерле...



14.09.2019 Телефонды бер кемгә лә тоттормауың хәйерле...

Һупайлы биҫтәһенең полиция бүлегенә 31 йәшлек ҡыҙ ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән - уның банк картаһынан 60 мең һумдан ашыуыраҡ аҡса юғалған.


Полиция хеҙмәткәрҙәре аҡса урлаған кешене тиҙ генә асыҡлай алған. 24 йәшлек егет үҙенең ғәйебен танған.

Был егет ҡыҙ менән танышҡас, минең мобильниктың зарядкаһы бөткән, ә миңә йәһәт кенә бер йомош буйынса шылтыратыр кәрәк ине, тип уның телефонын һорап алып торған. Һәм шылтыратыр урынға, мобиль банк аша смс-тар менән генә ҡыҙҙың аҡсаһын үҙенең иҫәбенә күсергән.


Бынан ары телефонды бер кемгә лә тоттормауың хәйерле...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға