13.09.2019 Нарколог, психолог һәм психотерапевҡа бушлай мөрәжәғәт итегеҙ!
17-18 сентябрь сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем 8-900-347-5000 телефоны аша шылтыратып, айыҡ йәшәү рәүеше, эскеселек, наркомания, эскеселектән дауаланыуға бәйле һорау бирергә мөмкин. Белгестәр аныҡ ҡала йә районда ҡайҙа профессиональ ярҙам алырға мөмкинлеген, дәүләт медицина үҙәктәре бушлай йә шәхси дауаханалар түләүле нигеҙҙә ниндәй хеҙмәттәр күрһәткәнен аңлатып бирәсәк. Табиптарға рус һәм башҡорт телдәрендә мөрәжәғәт итергә була.
— юғары категориялы табиб-нарколог, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2-се һанлы Республика наркология диспансеры баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Айҙар Ғафар улы Рәхмәтуллин;
— БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәк психологы, медиатор Ғәлиә Салихова;
—Гүзәл Рим ҡыҙы Байбулатова, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге консультатив- диагностика бүлеге психиатр-табибы 17 сентябрь сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем яуап бирәсәк.
17 сентябрь сәғәт 12-нән көндөҙгө 3-кә тиклем (12.00 -15.00) медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы наркологтары ассоциацияһы президенты Владимир Юлдашев консультация бирә.
18 сентябрь сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем (11.00 - 20.00 сәғәттә) Айҙар Ғафар улы Рәхмәтуллин, Ғәлиә Әхәт ҡыҙы Салихова һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге 1-се көндөҙгө стационар мөдире Илгиз Радик улы Байков һорауҙарға яуап бирәсәк, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.