«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бурҙар арҡаһында пенсияһыҙ ҙа ҡалыуыбыҙ ихтимал



13.09.2019 Бурҙар арҡаһында пенсияһыҙ ҙа ҡалыуыбыҙ ихтимал


Мәскәү тәфтишселәре алдашыу юлы менән рәсәйҙәрҙең пенсия иҫәптәренән аҡса урлау буйынса енәйәт эше асҡан.

2017–2018 йылдарҙа билдәһеҙ кешеләр, ярты миллион кешенең пенсия йыйылмаларын икенсе дәүләттеке булмаған пенсия фондына күсереүе тураһында ялған ғаризалар тултырып, мутлашыу менән шөғөлләнгән.
Хатта документтар нотариустар тарафынан раҫланған булған. Һуңынан ғына имза һәм мисәттәрҙең ялған булыуы асыҡланған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға