«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Янғындар артҡан



13.09.2019 Янғындар артҡан

Республикала йыл башынан 192 кеше янғында һәләк булған, уларҙың етәүһе – балалар. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, утта ғүмерҙәре ҡыйылыусыларҙың һаны быйыл артҡан. Фажиғәнең сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡоролмаларын ҡулланғанда хәүефһеҙлек сараларын күрмәү.

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, профилактика маҡсатында, 55 йәштән уҙған һәм аҙ тәьмин ителгән граждандарҙы янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар менән бушлай тәьмин итергә тәҡдим итә. Яңғыҙ кешеләргә мейестәрен йүнәтеүҙә һәм иҫкергән электр сымдарын алмаштырыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе ойошторорға ла уйлай.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға