«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пенсияның артыуы көтөлә



13.09.2019 Пенсияның артыуы көтөлә

Яҡын киләсәктә Рәсәйҙә пенсияның 20 процентҡа артыуы көтөлә. Был хаҡта РФ Пенсия фондының бюджет проектына аңлатмаһында әйтелә.


Киләһе йылда ҡартлыҡ буйынса пенсия 6,6 процентҡа артыуы мөмкин. Һөҙөмтәлә, 2020 йылда ул 15,4 мең һумға етәсәк. Шулай 2021 йылда пенсияның – 6,3 процентҡа, 2022 йылда 5,9 процентҡа артыуы көтөлә.
Социаль пенсия иһә алдағы өс йылда 12,7 процентҡа артасаҡ.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға