13.09.2019 ҺЫУЫҠ ТЕЙЕҮҘӘН ШИФАЛЫ ҠАЙНАТМА
Һалҡын алдырып сирләгәндә цитрус емештәрҙең һәм имбирҙең хәлде еңеләйткәнен күптәр беләлер.Киҙеү миҙгеле етеп килгәндә унан һаҡлаусы, иммунитетты күтәреүсе тәмле генә ҡайнатма рецебын тәҡдим итәбеҙ.Уны ҡышҡыһын үлән сәйе менән эсеү бигерәк тә файҙалы.
200--250 грамм имбирь тамырының ҡабығын әрсеп, 2--3 мм ҡалынлығында түңәрәктәргә турарға ла һалҡын һыу ҡойоп, 3 көнгә ситкә ҡуйып торорға.Ошо ваҡыт эсендә һыуын өс тапҡыр алмаштырырға.Был имбирҙең әселеген кәметеү өсөн эшләнә.
Бер лимонды йыуып, ҡабығын әрсемәйенсә үткер бысаҡ менән 2--3 мм ҡалынлығындағы түңәрәктәргә ҡырҡырға.
Бер нисә көн һыуҙа тотолған имбирҙең һыуын түгеп, тағы берҙе ағым һыу аҫтында йыуырға ла кәстрүлгә һалырға. Туралған лимон киҫәктәрен дә өҫтәгәс, 500 г шәкәрҙе һалып, ул тигеҙ һеңһен өсөн ипләп кенә ҡул менән бутарға.
Ҡатнашманы һуты сыҡҡансы бер сәғәт тирәһе тотҡандан һуң, әкрен утта ҡалаҡ менән болғата--болғата 10--15 минут ҡайнатырға.Уттан алып, һыуытырға.Йәнә 10--15 минут ҡайнатырға.Йәғни имбирь киҫәктәре үтә күренмәлегә әйләнгәнсе тағы 1--2 тапҡыр ҡайнатырға.
Ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын япҡас, һалҡынса урынға ҡуйырға.