15.09.2019 Был аҙнала кроссвордта кем еңгән?
Гәзитебеҙҙең 36-сы һанында сыҡҡан кроссвордтың яуабын беренсе булып ебәреүсе Рита ШӘЙҘУЛЛИНА (Әбйәлил районы) еңеүсе тип билдәләнде, пароль – дүрт һүҙҙә “э” хәрефе бар (мэтр, эдикт, этеш, эмблема).
Шулай уҡ дөрөҫ яуапты Октябрьскийҙан Миҙхәт Шәрипов, Әлшәйҙән Фәнүрә Абдуллина, Әлфиә Ғәлиуллина, Фәниә Ғәлимова, Зәйтүнә Ҡунафина, Йылайырҙан Венера Абдуллина, Әминә Рәмова, Әминә Лоҡманова, Учалынан Лилиә Шәғәлина, Хәйбулланан Рәжәп Хәсәнов, Илештән Ғәлимә Ғәлиева, Миәкәнән Гүзәл һәм Булат Мөхәмәтйәновтар, Күгәрсендән Фәһимә һәм Салауат Сыңғыҙовтар, Венера Шәйәхмәтова, Өфөнән Алина Ғәлимова, Ейәнсуранан Ғәли Ишкинин, Илмир Юлдашбаев, Әбйәлилдән Фәнүзә Вәлишина ебәргән.