«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Теге өсәү һеҙҙе дүртенсе булырға саҡыра!



16.09.2019 Теге өсәү һеҙҙе дүртенсе булырға саҡыра!

“Юлдаш” радиоһының эфирында яңы миҙгел башланды. Иртәнге өс сәғәтлек тапшырыу хәҙер “Теге өсәү” исеме менән эфирға сыға. Йәмил, Филүс һәм Ғәзизде тыңлаусылар быға тиклем дә тап шулай йөрөтөүгә күнеккән, хәҙер егеттәр был исемде эфирҙа нығытып ҡына ҡуйҙы.

Исем үҙгәрһә лә, был өс сәғәтлек эфирҙың “уятҡыс-тапшырыу” тигән есеме ҡалды, шул уҡ файҙалы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәтле, йырлы-моңло һәм дәртләндереүсе көндәлек сә­йәхәт. Унан башҡа, егеттәр республика халҡын киләһе йылда үтәсәк Фольклориада байрамына әҙерләй. Кәм тигәндә, фестивалгә килгән ҡунаҡ­тарҙың телдәрен айырырға өйрәтә, бының өсөн “Телтаныр” уйыны эфирға сыға. Тағы ла таныуға ҡоролған бер уйындың исеме – “Тәржемәсе Әлисә”. Унда тыңлаусылар “Яндекс” компанияһы тәҡдим иткән онлайн-тәржемәсенең эшен һынай ала. Билдәле башҡорт йырҙарының һүҙҙәре тәүҙә руссаға, аҙаҡ башҡорт теленә кире тәржемә ителә, һөҙөмтәлә килеп сыҡҡан һүҙ бутҡаһынан уйында ҡатнашыусы йырҙың төп нөсхәһен танырға тейеш. Ә шаршамбы һайын егеттәр тың­лаусыларҙы мәғлүмәти даирә­лә ялған һәм ысын яңы­лыҡтарҙы айырырға өйрәтә. Был уйын “Иләк аша” тип атала.

Әммә иртәнге проекттың төп үҙгәрештәренең шунан ғибә­рәт: һәр бер тыңлаусы хәҙер үҙен алып барыусы ролендә һынап ҡарай ала. Бының өсөн өс егет ҡуйған һынауҙы үтәп, видео яҙҙырырға һәм башҡа тыңлаусыларҙың һөйөүен яуларға кәрәк. Әгәр һеҙ ҙә “Теге өсәү”гә бер көнгә ҡушылырға теләһәгеҙ, “Юлдаш” радио­һының “Бәйләнештә” селтә­рендәге төркөмөнә рәхим итегеҙ.





Автор: Ғ. Әбделмәнов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға