13.09.2019 Цирюльниктар көнө бөгөн!
Бөгөн таныш парикмахерҙарығыҙҙы һөнәри байрамдары менән ҡотларға онотмағыҙ!
Тәүге цирюльниктар Боронғо Мысырҙа килеп сыҡҡан. Улар фараондарҙы һәм уларҙың ҡатындарын хеҙмәтләндергән: беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән һүрәттәрҙән күренеүенсә, уларҙың сәсен ҡырҡҡан, буяған, ҡатмарлы прическалар эшләгән. Уларҙың заманса ҡайсы менән бәкегә оҡшаған махсус ҡоралдары ла булған.
Ә тәүге "матурлыҡ салондары" Боронғо Грецияла асылған. Унда байбисәләр сәстәрен, тырнаҡтарын рәткә килтергән. Һәр процедураны айырым кеше - махсус өйрәтелгән ҡол яһаған.
"Парикмахер" һүҙе иһә беҙгә немец теленән ингән (Perückenmacher термины парикты яһаусы кешене аңлата). Германияның үҙендә был һүҙ, әйткәндәй, күптән ҡулланыштан сыҡҡан.