12.09.2019 Үгәй атаһынан көсләнгән ҡыҙ: "Түҙһәм, яҡшыраҡ булыр ине.."
Башҡортостанды тағы бер ғибрәтле хәл тетрәтте. Үгәй атаһы 16 йәшлек ҡыҙҙы йыл буйына даими рәүештә көсләгән.
Был ҡот осҡос хәл ҡыҙҙың дуҫына серен сисеүе арҡаһында билдәле була. Әхирәте полицияға хәбәр итмәйенсә булдыра алмай һәм иптәшен ошо хаҡта киҫәтә. Ә тегеһе, әллә ҡурҡышынан, үгәй атаһына йүгереп бара һәм тиҙҙән йортҡа полицейскийҙар киләсәген әйтә.
...Ирҙе тапҡанда кәүҙәһе һыуынып өлгөрмәгән була. Ул һарайға бикләнеп, үҙ-үҙенә ҡул һала.
Экспертиза ҡыҙҙың тәнендә ирҙең биоматериалдарын таба - был енси бәйләнештең ысынлап та булыуын дәлилләй. Йыл буйына бәлиғ булмаған үҫмер менән ерәнгес теләген тормошҡа ашырған ир үлер саҡта ниҙәр уйланы икән? Ул һис шикһеҙ ҡурҡаҡ йән – енәйәте өсөн яуап тотоуға ҡарағанда аҫылыныуҙы хуп күргән.
Ҡарап тороуға имен ғаилә – ҡатындың тәүге иренән ҡыҙы булған. Ул икенсе иргә кейәүгә сыҡҡан, унан да бала тапҡан.
Һуңғы ваҡытта бындай йөрәк өҙгөс хәлдәрҙең әленән-әле булып торғанына өйрәнеп тә барабыҙ кеүек. Үгәй атайҙар ни өсөн ул тиклем вәхши була икән? Дөрөҫөн әйткәндә, күп әсәләр ҡыҙҙарын мыҫҡыллау, мәсхәрәләү тураһында өндәшмәүҙе хуп күрә, ир, тип иҫе китә, балаһы урынына уны яҡлаша.
Бөгөн ҡыҙ дуҫына сер сисеүенә үкенеп бөтә алмай. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистарына һөйләгән. Сөнки уны үгәй атаһының туғандары ғәйепләй, дуҫтары йөҙ борған, егете лә ташлаған. “Ярай әле әсәйем бар, ул ҡайғырмаҫҡа ҡуша. Ниңә барыһын да алдан уҡ әйтмәнең, ти. Минең арҡала күпме проблема тыуҙы. Күңелем буп-буш, үҙемде 16 түгел, 40 йәшлек итеп тоям...” – ти үҫмер.