12.09.2019 Алоэ, кагор һәм бал
Халыҡ медицинаһында уларҙың һәр береһенең шифалы үҙенсәлектәре яҡшы билдәле. Баҡтиһәң, уларҙы бергә ҡушҡанда шифаһы тағы ла көсәйә икән.
Туберкулезды дауалау өсөн
Яңы ҡырҡылған алоэ япрағынан 150 г һут һығып алырға һәм уға 350 г кагор һәм ике ҡалаҡ бал ҡушып бутарға. Быяла һауытҡа һалып ҡараңғы урында бер аҙна тирәһе төнәтергә. Ошо дарыуҙы көнөнә өс-дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ ашар алдынан эсергә.
Хәлһеҙлектән, хроник арыуҙан
Был осраҡта 250 г бал, 100 г алоэ һуты һәм 350 г кагор алына. Барыһын бергә бутап, быяла һауытта йә шешәлә 7 – 9 көн һыуытҡыста тоторға. Әҙер булғас, ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Дауалау курсын башлап ике аҙна үтеүгә хәлегеҙҙең яҡшырыуын тойорһоғоҙ.
Аш эшкәртеү органдарын дауалау
Кемдәр гастрит, хроник ашҡаҙан сире, бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙары менән интегә, табип менән кәңәшләшкәндән һуң, түбәндәге төнәтмәне ҡуллана ала. Уны әҙерләү өсөн 500 г алоэ япрағын ваҡ итеп турап, 200 г бал ҡушып бутарға һәм быяла һауытта өс көн ҡараңғы урында төнәтергә. Һуңынан 0,5 л кагор өҫтәп, тағы 3 – 4 көн төнәтергә. Төнәтмәне алда әйтеп үтелгән схема буйынса, 1,5 айға тиклем эсергә була.