12.09.2019 Һөт кухнялары артасаҡ
“Йыл аҙағына тиклем республикала тағы дүрт һөт кухняһы асыласаҡ”, - тип белдерҙе Сауҙа Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев.
Был хаҡта ул Өфөлә барған Бөтә Рәсәй йөрәк - ҡан тамырҙары ауырыуҙарын профилактикалау буйынса ведомства-ара бәйләнеш булдырыу ғилми - ғәмәли конференцияһында сығыш яһаны.
Республикабыҙҙа һөт кухнялары булдырыу “Демография” милли проектының “Башҡортостанда граждандарҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән сәләмәт туҡланыу һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына индерелде.
Стәрлетамаҡтағы һөт фабрика-кухняһы ризыҡтары менән Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Мәләүез, Ишембай райондарының өс йәшкә тиклемге льгота менән файҙаланыусы 2,3 мең бала тәьмин ителә. 2019 йылдың аҙағына тиклем Сибай, Нефтекама, Октябрьский, Белорет ҡалаларында ошондай уҡ сәнәғәт эш башлаясаҡ.