12.09.2019 Кем Зубов йәки Чесноковка ауылы биләмәләрендә йәшәй? Иғтибар!
Өфө ҡалаһы Советы депутаттары сираттағы ултырышта баш ҡаланың сиктәрен үҙгәртеү буйынса ҡарарҙар ҡабул итте. Уларға ярашлы Зубов, Чесноковка ауылы биләмәленең бер өлөшөн, Керамика ҡасабаһын Өфө ҡалаһына ҡушасаҡтар.
Тәүге участок Р - 240 Өфө – Ырымбур трассаһы буйлап Мәскәү – Силәбе төйөнөнән алып “Өфө” аэропорты боролошона тиклем, сама менән 16,7 гектар ер Өфөгә биреләсәк.
Депутаттар Благовещен районының Туғай ауыл биләмәһендә урынлашҡан Керамика ҡасабаһын да баш ҡала менән берләштерергә хәл итте. Сөнки был тораҡ пунктта күбеһенсә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең эшселәре йәшәй, уларҙы оҙаҡ йылдар баш ҡаланың Калинин районы хеҙмәтләндерә. Ҡала менән ҡасаба араһында сик тә юҡ, баҡһаң.