12.09.2019 Гүзәллек тыуҙырыусылар көнө
12 сентябрь - Халыҡ-ара ырғаҡ менән бәйләү көнө.
Ижади көн 2007 йылдан алып билдәләнә.
Ырғаҡ менән бәйләү энәләр менән бәйләүгә ҡарағанда еңелерәк булғанғалыр ҙа, был шөғөл менән бала саҡтан ҡыҙыҡһыныусылар күп.
Әйткәндәй, ырғаҡ менән бәйләү сәнғәте 19 быуатта барлыҡҡа килеп, уның менән ябай кешеләр ҙә, байҙар ҙа шөғөлләнгән. Гүзәл әйберҙәр тыуҙырыуҙан тыш, ырғаҡ менән бәйләү нервыларҙы тынысландырырға ярҙам итә, иғтибарлы булырға өйрәтә, хәтерҙе яҡшырта.
Ә һеҙ был шөғөлдө яратаһығыҙмы, дуҫтар?