«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө депутаттары ҡағыҙҙан баш тартты



05.09.2019 Өфө депутаттары ҡағыҙҙан баш тартты

Өфөнөң ҡала советы ҡағыҙҙа экономия яһарға булған. Яңы миҙгелдә депутаттар өсөн 38 планшет һатып алынасаҡ, бер гаджеттың хаҡы 8 мең һумдан артмаясаҡ.


Ҡала советының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ойошма ҡағыҙ өсөн йылына 600 мең һум аҡса түгә. Ултырыш, эшсе төркөмдәр ҡарарҙары проектын һәм башҡаны баҫтырыу өсөн тотонолған принтер һәм ҡағыҙға ҡарағанда планшет һатып алыу күпкә отошлораҡ буласаҡ.

Депутаттар планшетты үҙе менән өйгә алып ҡайта алмаясаҡ, ә сессия мәлендә генә файҙаланасаҡ.

Планшетта уйын уйнап ултырмаһалар ғына...





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға