«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мотошлем кейгән булһасы...



12.09.2019 Мотошлем кейгән булһасы...

Кисә, 11 сентябрҙә, республика юлдарында 13 авария теркәлеп, 1 кеше һәләк булған, 13 кеше яралар алған.


Кисен Салауат районында 31 йәшлек ир "Урал" мотоциклында юлдан осҡан. Авария фажиғәле тамамланған - ирҙең ғүмере өҙөлгән. Уның алдан транспорт менән иҫерек килеш идара итеүе сәбәпле, водитель хоҡуғынан мәхрүм ителеүе билдәле. Бынан тыш мотоциклы теркәлмәгән дә булған. Был ваҡиға буйынса тикшереү башланған.


Тәүлек эсендә Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, эскән килеш руль артына ултырған 29 водитель тотолған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға