12.09.2019 2020 йылда минималь эш хаҡы күпме буласаҡ?
Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы, киләһе йылға иң түбән хеҙмәт хаҡы (МРОТ) 12130 һумдан билдәләнде, тип хәбәр итә.
Бөгөн ошо хаҡтағы документты Рәсәй социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһының эшсе төркөмө ҡарай.
Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса ,илдә минималь эш хаҡы эшкә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумы менән тиңләшергә тейеш.Ул йыл һайын үҙгәреп тора.Тимәк, алдағы йылға билдәләнәсәк МРОТ күләмен хуплаусы закон дә йыл һайын ҡабул ителергә тейеш.Бының өсөн ,ғәҙәттә, үтеп барған йылдың икенсе кварталындағы йәшәү минимумы нигеҙ итеп алына.Йәғни, быйылғы йылдың икенсе кварталында иң бәләкәй хеҙмәт хаҡы 12130 һум булған.Тимәк, киләһе йылда МРОТ күләме тап ошо сумманы тәшкил итәсәк тә инде.