«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙең табиптар айына 64 мең һум эш хаҡы ала



12.09.2019 Беҙҙең табиптар айына 64 мең һум эш хаҡы ала

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2019 йылдың тәүге ете айында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығына буйһонған һәм медицина ярҙамы күрһәткән учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә уртаса алғанда айына 35,8 мең һум аҡса түләнгән. Был былтырғы шул мәлгә ҡарағанда 7,5 процентҡа юғарыраҡ.

Бының турала һуңғы "Һаулыҡ сәғәте"ндә республика һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе. Мәғлүмәт Башҡортостанстат аша алынған. Табиптар ғинуар-июль айында уртаса 64 мең һум аҡса алған (былтырғынан 7,7 процентҡа күберәк).

Урта медицина персоналына ҡараған шәфҡәт туташтары һәм фельдшерҙар 32 мең һум тирәһе ала (+7,1 процент). Санитарҙарға (кесе медперсонал) 31,8 мең һум түләнә (был былтырғы ваҡыт арауығынан 1 процентҡа юғарыраҡ).





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға