«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дүрт ай ғына рулдә булыуына ҡарамаҫтан батырлыҡ ҡылған



12.09.2019 Дүрт ай ғына рулдә булыуына ҡарамаҫтан батырлыҡ ҡылған

Өфө-Силәбе юлында 24 йәшлек водитель үҙенең автопоезын тормоздары эшләмәгән бензовозға ҡаршы ҡуйып, уны туҡтатҡан.

Был хәл июль айында булған. Тула өлкәһенең Новомосковск ҡалаһында йәшәгән Давид Сопромадзе "Скания" ярымтағылмалы машинаһында Силәбе өлкәһе аша "Урал" федераль трассаһынан барған. Тауҙан төшкәндә ул радиостанция аша арттан килгән бензовоз водителенең ярҙам һорауын ишеткән. Баҡтиһәң, уның тормоздары эшлектән сыҡҡан.

Алдан барған Давид ҡаршы һыҙатта алыҫтан бер нисә еңел машинаның етеп килгәнен күргән. Ә бензовоз да үҙ һыҙаттағыларға бәрелмәйем тип, "встречка"ға сыҡҡан булған һәм ҡаршы килеүселәрҙе боролош арҡаһында абайламаған. Утлы оло фажиғәгә бер мәл генә ҡалған...

"Был хәлгә бер генә алым бар", - тип Давид тиҙлеген әкренәйтә башлаған һәм рация аша "Уходи со встречки!" тип ҡысҡырған. Бензовоз кире һыҙатҡа ҡайтҡан, Давидтың фура тағылмаһына бәрелгән, ул, үҙ сиратта тормозлай башлаған. Егет шулай итеп ике машинаның да тиҙлеген кәметкән һәм туҡтатҡан. Ярай алдағы автопоезд "бөкләнмәгән" - бәрелештән һуң Давид сцепканы нисектер тигеҙләй алған.

Иң мөһиме - водителдәр имен-һау, башҡа кешеләр ҙә зыян күрмәгән. Давидтың ярымтағылмаһы йәмшәйгән, ә бына бензовоз тягачының алды емерелгән.

- Ул Америка машинаһының ал яғы пластмассанан яһалған. Миңә ул рамаһы менән түгел, ә тәгәрмәсе менән бәрелеп терәлде. Әгәр ҙә рамаһы менән эләкһә "бөкләнер" ине, - ти батыр егет. - Мин фургонда һыуытҡыстар алып бара инем. Ситтә торған берәүенең ҡумтаһы йыртылған, һыуыҡтҡыс үҙе имен.

Шулай итеп Давид дүртенсе ай ғына "дальнобойщик" булып эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙенең хеҙмәттәшен оло фажиғәнән аралап ҡалған. Водитель эшләгән Dentro компанияһы етәкселеге был хәлде ишетеп, егетте батырлығы һәм һөнәри оҫталығы өсөн аҡсалата бүләк биргән һәм машинаны йүнәтеүҙе үҙ өҫтөнә алған.

Видеояҙманы "Бәйләнештә" селтәрендәге беҙҙең төркөмдә ҡарағыҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға