«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә 15 кеше шаурма менән ағыуланған



12.09.2019 Өфөлә 15 кеше шаурма менән ағыуланған

Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан шаурма кибетенән ризыҡ һатып алыусы 14 кеше киҫкен гастроэнтерит диагнозы менән дауаханаға оҙатылған.


Барлығы 15 кеше ағыуланған, бер кеше дауаханаға барыуҙан баш тартҡан. Зыян күреүселәр араһында ауырлы ҡатын һәм биш бала бар.

Сифатһыҙ аҙыҡ әҙерләүсе ашнаҡсы ҡулға алынған. Был сауҙа нөктәһенең бер документы ла булмай сыҡҡан, имеш. Ларек хужаһы һәм уның хеҙмәткәрҙәре “ҡара халыҡ” вәкилдәре икәнлеге билдәле.

Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре тикшереү эшенә тотонған да инде. Уның һөҙөмтәһе буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға