«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бауырҙы "тергеҙеү"өсөн нимә ашарға?



12.09.2019 Бауырҙы "тергеҙеү"өсөн нимә ашарға?

Бауырҙың организмды төрлө зарарлы матдәнән таҙартыусы орган икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Тик ҡайһы бер мәлдә ул үҙе лә ярҙамға мохтаж икәнен онотоп ебәрәбеҙ. Әгәр кеше сәләмәт тормош алып бармаһа, эсһә, тартһа, туҡланыуына иғтибар итмәһә, уның бик тиҙ эшлектән сығыуын көт тә тор.

Ә был бик кәрәкле"дуҫ" хужаһына оҙаҡ йылдар уңышлы хеҙмәт итһен өсөн нимә эшләргә?

Белгестәр бауыр эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн айырым аҙыҡ-түлекте һәм йәшелсәне ҡулланырға ҡуша. Мәҫәлән, диңгеҙ кәбеҫтәһен даими ҡулланыу уға организм аша ингән химик ҡушылмаларҙы сығарыуға булышлыҡ итә.Йодҡа бай кәбеҫтә ҡалҡан биҙенә лә файҙа килтерә, насар холестеринды ла кәметә.

Бауырға бигерәк тә һыуыҡ ысул менән һығылған зәйтүн майы килешә.Шулай уҡ кукуруз, көнбағыш, етен майҙары ла файҙалы.Уларҙың бөтәһендә лә организмды ҡаланың бысраҡ һауаһынан һәм радиациянан һаҡлаусы Е витамины бар.

Ә зәйтүн емеше токсиндарҙы бөтөрөүсе яҡшы антиоксидант һанала.

Сәтләүектәр бауыр өсөн ауыр продукт иҫәпләнһә лә, грек сәтләүеген ҡулланырға кәрәк.Сөнки унда организмға эләккән ағыулы матдәләрҙән һаҡлаусы аргинин бар.

Бауыр тәмле-татлыны ла"ярата". Тик шәкәр, шәрбәтле башҡа тәм-том урынына кипкән емеш-еләк, курага, йөҙөм ашаһағыҙ, уны төрлө бактериянан, үҙегеҙҙе ялҡынһыныуҙан һаҡларһығыҙ.

Һөт ризыҡтарына килгәндә, көндәлек рационығыҙға уларҙы һис икеләнмәй индерегеҙ. Артыҡ майлы булмаған эремсек, кефир ашҡаҙан-эсәк тракты микрофлораһын көйләп кенә ҡалмай, организмдан зарарлы матдәләрҙе лә сығара.





Автор: Әлфиә ХЫЗЫРОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға