«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли йәштәр театры юбилей миҙгелен аса!



11.09.2019 Милли йәштәр театры юбилей миҙгелен аса!

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 30-сы миҙгелен аса. Юбилей миҙгелен 24 сентябрҙә Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” спектакле менән башлап ебәрмәкселәр. Был хаҡта бөгөнгө матбуғат конференцияһында һөйләнеләр.


26-27 сентябрҙә Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ баласағ”ы ҡуйыласаҡ.

Ә кескәй тамашасылар өсөн Зөһрә Фәйзуллина пьесаһы буйынса “Р”һыҙ ҡалған Мырҙабай” тигән әкиәт премьераһы әҙерләнә. Был ғәҙәти спектакль түгел, һәр бала үҙен артист итеп тоясаҡ, тип вәғәҙәләй режиссер Азат Йыһаншин.

Милли йәштәр театрында 15-20 октябрҙә Мостай Кәримдең юбилейына арналған театр декадаһы уҙасаҡ. Алты көн буйы халыҡ шағирының әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр барасаҡ: “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Яуҙы еңгән мөхәббәт”, “Тылсымлы тирмән” (режиссер – М. Күлбаев), “Ялалетдин атай” (И. Муллабаев), “Ҡыҙ урлау йәки тоҡ эсендәге бесәй” (И. Ғиләжев) һ.б.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Әлфирә ҠӘЙЕПҠОЛОВА.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға