«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәктәптә – пикник?



11.09.2019 Мәктәптә – пикник?

Ҡазан мәктәптәрендә пикник ойошторасаҡтар. Бының менән балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең иғтибарын дөрөҫ туҡланыуға йәлеп итмәкселәр.


Тәбиғәткә сығып ашап-эсеү түгел был, юҡ. Бары тик мәктәп ашханаһында ата-әсәләргә менюҙы тәмләп ҡарау, ризыҡ төрҙәренә баһа ҡуйыу мөмкинлеген бирәсәктәр. Шулай уҡ диетологтар лекцияһы, балалар өсөн файҙалы салаттар, аш-һыу рецептарын өйрәнеү, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Күршеләрҙең мәктәп ашханаларында менюлар балалар теләге буйынса төҙөлгән. Хатта көнөнә ни бары 45 һумлыҡ ашау ҙа бар. Был менюла уҡыусы ризыҡты үҙе теләп һайлап ала.

Әйткәндәй, Ҡазандың 36 мәктәбендә ашханалар ресторан итеп үҙгәртеп ҡоролған. Бында балалар тамаҡ ялғауҙан тыш, буш ваҡыттарын да уҙғара, тип яҙа Татарстан матбуғаты.

Һүрәттә: Ҡазан мәктәптәренең береһендәге ресторан-ашхана.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға