11.09.2019 Юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яза көсәйтеләсәк
Рәсәй хөкүмәте Юстиция һәм Эске эштәр министрлыҡтарына 2020 йылдың апреленә тиклем илдең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға язаны көсәйткән үҙгәрештәрҙе әҙерләү һәм индереү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
Атап әйткәндә, был үҙгәрештәр бәлиғ булмаған балаларға ҡағыласаҡ. Йәғни машина йөрөтөүгә автомәктәптә уҡып, ДАИ-ла имтихан биреп, танытма алған үҫмерҙәргә тәжрибәле кеше оҙатыуында ғына автомобиль йөрөтөү хоҡуғын биреүҙе рәсмиләштереү.
Дәүләт автоинспекцияһы башлығы Михаил Черников август аҙағында балаларҙы ҙур тиҙлектә машинала йөрөтөүҙе тыйырға тәҡдим иткәйне. Ул, бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләренең күбеһе водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен боҙоуы арҡаһында килеп сыға, тип белдерҙе. Һандар теленә күсергәндә, быйыл ил буйынса ошондай 397,5 мең хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән.