11.09.2019 Ҡоралды тапшыр һәм аҡса ал!
Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы халыҡтан ҡорал һатып алыу буйынса хаҡтарҙы билдәләне.
Бындай акцияны ведомство йыл һайын уҙғара. Уның буйынса өйҙә һаҡлаған ҡоралды тапшырып, енәйәт яуаплылығынан азат булырға һәм бер юлы аҡса алырға мөмкин. Иң мөһиме - "көбәк" кеше үлтереү-маҙарҙа ҡулланылмаҫҡа тейеш. Юғиһә аҡса урынына төрмә тәтейәсәк.
Ә бына ата-бабаларҙан ҡалған, Граждандар һуғышы мәленән йәшереп ҡуйылған винтовка, мылтыҡ йәки пистолет-револьвер өсөн һиҙелерлек күләмдә аҡсалата премия алырға мөмкин. Гранатомет өсөн 25 мең һум, автоматҡа - 20 мең һум, винтовка йәки карабинға 15 мең һум, пистолет-револьверға 10 мең һум түләү ҡаралған. Газ ҡоралы 5-7 мең һум, ҡулдан яһалған атыу ҡоролмалары, обрез 15 мең һумға баһаланған. 100 грамы 5-6 мең һумға шартлатҡыс та ҡабул ителә. Граната, мина, бомбаларҙың бер данаһы 6-ар мең һум тора.
Йыл һайын республика бюждетынан халыҡтан ҡорал һатып алыуға 3,6 млн һум аҡса бүленә. Әле быйыл ул сумманың яртыһы түләнгән дә. Ҡабул ителгән ҡоралды тикшергәндән һуң юҡ итәләр, антиквар һәм тарихи әйберҙәрҙе музейҙарға тапшыралар.