«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эттәр яман шештең еҫен һиҙә



11.09.2019 Эттәр яман шештең еҫен һиҙә

Эттең еҫ һиҙеү һәләте иҫ киткес. Тик уның яман шеш күҙәнәктәрен һиҙә алыу һәләте хатта ғалимдарҙы ла хайран ҡалдыра.


1989 йылда Британияның медицина журналдарының береһендә хирургтарға аяғындағы миңен алыуҙарын һорап мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙ тураһында мәҡәлә баҫылып сыға. Ҡатын этенең һәр саҡ уның аяғындағы миңде яларға йәки тешләргә ынтылыуына зарлана. Анализдар күрһәтеүенсә, ул, ысынлап та, тире яман шешенең бер төрө – меланома булыуы асыҡланған. Бәхеткә күрә, аҡылы эттең хужабикәһенә ваҡытында диагноз ҡуйыла.


Медиктар алдында шундай һорау килеп тыуа: эттәр эске органдарҙағы яман шеште билдәләй аламы? Быны асыҡлау өсөн ғилми тикшеренеү үткәрәләр. Бының өсөн ғалимдар пациенттарҙың бәүеленән бәүел ҡыуығы яман шеше менән ауырыусыларҙы асыҡлау өсөн эттәргә күнекмәләр үткәреп ҡарайҙар. Тәжрибәлә төрлө тоҡомло алты эт ҡатнаша. Һөҙөмтәлә етенсе ай аҙағына был эттәр 54 осраҡтың 22-һендә дөрөҫ диагноз ҡуя алыу һәләтенә эйә булған.


Ошо тәжрибә ваҡытында шундай ҡыҙыҡ хәл күҙәтелә. Бөтә эт тә бер үк пациенттың анализына күрһәтә. Ә уның бәүел ҡыуығында рак булмай. Табиптар уны ныҡлабыраҡ тикшереп ҡарағас, уның бөйөрөндә яман шеш булыуы асыҡлана





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға