15.09.2019
Тауыҡ ите зыянһыҙ булһын өсөн
Ҡошсолоҡ фабрикаларында ҡоштарға ашлыҡ урынына үҫеш гормондары ҡушылған синтетик аҙыҡ ашаталар, тар ғына ситлектә тоталар һәм сирләмәһен өсөн антибиотиктар бирәләр. Шуға ла улар бик тиҙ үҫә. 38 көн эсендә үҫтереп, һуйып, сауҙаға сығаралар.
Кибеттә ауырлығы ике килоға тиклем еткән түшкәләрҙе генә һатып алырға кәрәк.
Нисек һайларға?
- Тауыҡты туңдырмайынса оҙаҡ һаҡлап булмай. Санитария ҡағиҙәләре буйынса, бындай продукция кибет кәштәләрендә 24 сәғәт ятырға мөмкин.
- Сифатлы ҡош-ҡорт ите ҡарап тороуға матур, тиреһе асыҡ төҫтә, ҡан һауған урындары булмай.
- Тауыҡ тиреһе ҡулға йәбешеберәк торһа, тимәк, оҙаҡ ятҡан тигән һүҙ.
- Әгәр ҙә тауыҡ итенең боҙола башлауына шик тыуһа, түшкәнең ҡанаты аҫтын ҡарағыҙ. Ул лайлаланып торһа, тимәк, ит оҙаҡ ятҡан.
Итте бешерерҙән алда бер сәғәткә һыуға һалып тороғоҙ.