«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төркиәлә ялда 88 кеше үлгән



11.09.2019 Төркиәлә ялда 88 кеше үлгән


Төркиәнең Анкара ҡалаһындағы Рәсәй илсеһе Алексей Ерхов беҙҙең ил кешеләренең ял ваҡытында күпләп һәләк булыуына борсолоу белдергән. Йыл башынан Урта дингеҙ буйына ялға барғанда 88 туристың ғүмере өҙөлгән. Оло йәштәгеләргә эҫе һәм дымлы һауа килешмәй, инсульт һәм инфаркт кисерә. Юл һәләкәтенә осраусылар, һыуға батып үлеүселәр күп. Алкоголь эсеп, фажиғәгә тарыусылар ҙа бар. Бәләгә тарып, һәләк булыусылар исемлегендә балаларҙың булыуы хәүефкә һала.
Төркиәгә ялға барғанда иғтибарлы булығыҙ!





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға