«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Талҡаҫта шешә тапҡандар. Ә эсендәәәәә.....



11.09.2019 Талҡаҫта шешә тапҡандар. Ә эсендәәәәә.....

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күлендә балыҡсы ирҙәр үткәндәрҙән киләсәккә арналған табылдыҡҡа юлыҡҡандар. Улар яр буйында сүп-сар араһынан шешә тапҡандар.

Һауыт серле булып сыҡҡан - ул 1991 йылда күлгә барып эләккән. Эсенә 1986 йылғы мәктәп сығарылыш уҡыусылары үҙҙәренең уҡыуҙы тамамлағанға биш йыллығын билдәләп, исем-шәрифтәрен менән тағы ла биш йылдан осрашайыҡ тип ҡағыҙ яҙып һалған булған.

Әлеге ваҡытта табылдыҡты Иҫән ауылында йәшәүсе кеше үҙендә һаҡлай. Ул уны ҡағыҙҙа яҙылған класташтарға бирергә вәғәҙәләгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға